«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаҡ булығыҙ! Башҡортостанға дауыл килә!



11.06.2019 Һаҡ булығыҙ! Башҡортостанға дауыл килә!

Алдағы көндәрҙә йәшенле ямғырҙар, боҙ борсағы яуыуы, киҫкен ел көтөлә тип вәғәҙәләй Башгидромет.

Бөгөн иһә йәшенле ямғырлы, елле буласаҡ. +25...30 градус эҫе көтөлә - тимәк томрала йөрөйәсәкбеҙ.

Иртәгә урыны менән ямғыр, йәшенене, күк күкрәүен дә көтөргә кәрәк. Төндә +12...+17 градус, төшкә табан +23...+28 градус эҫелек булыр тиҙәр.

13 июндә боҙ борсағы вәғәҙә итәләр. Бер аҙ һыуытасаҡ: төндә +10...+15 градус, көндөҙ – +15...+20 градус йылы, көньяҡ райондарҙа +25 градус көтөлә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға