«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин быйыл нисә һорауға яуап биреп өлгөрөр икән?



11.06.2019 Владимир Путин быйыл нисә һорауға яуап биреп өлгөрөр икән?

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнешкә һорауҙар ҡабул ителә лә башланы. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был сара 20 июндә үтәсәк.

"Тура линия" көндөҙгө 12-лә башлана. Әле килгән һорауҙарҙан күренеүенсә, халыҡты күберәк эске һәм тышҡы сәйәсәт (айырыуса АҠШ һәм Украина менән мөнәсәбәт), экология, социаль тәьмин итеү, төҙөлөш һәм хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендәге яңылыҡтар, мәсьәләләр борсой. Хеҙмәт хаҡы, балалар пособиеһы, граждандар хоҡуҡтарын һаҡлау, хәрби хеҙмәт - ошондайыраҡ һорауҙар күп.

Хатта кешеләр Приморьелағы "кит төрмәһе"ндә йәшәүселәрҙең яҙмышы өсөн дә көйә. Быйыл Охот диңгеҙендә законһыҙ рәүештә бик күп һөтимәр тотолған. Улар - 11 касатка, 90-лап белуха, шул иҫәптән бер йәше лә тулмаған 15 сеголетка әле бер бухтала аҫрала. Беҙҙең гуманный халыҡ ана шулар өсөн борсола.

Президентҡа һорауҙарығыҙ булһа, социаль селтәрҙәр аша ла, смс, ммс менән дә, moskva-putinu.ru сайтына ла юллай алаһығыҙ. Эфир көнөндә бәйләнешкә махсус ҡушымталар - "Москва - Путину" йәки "OK Live" - аша сығырға мөмкинлек буласаҡ.

Былтыр Владимир Путинға ике миллиондан ашыу һорау килгән. Ил етәксеһе эфир барышында шуларҙың 73-өнә яуап биреп өлгөргән. Быйыл нисегерәк булыр икән?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға