«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Донъя чемпиондары аҫҡа тәгәрәй...



07.06.2019 Донъя чемпиондары аҫҡа тәгәрәй...

Волейбол буйынса милләт-ара лигаһында Рәсәй йыйылма командаһы ҡыҙҙары уҙғарған туғыҙ осрашыуҙың һигеҙендә дәғүәселәренә отолдо.

Был юлы улар Польша командаһын уйын барышында 2:1 иҫәбенә алдыра килеп, һөҙөмтәлә 2:3 иҫәбенә бирелде. Быға тиклем беҙҙекеләр Японияға – 0:3, Себияға – 1:3, Бельгияға – 0:3, Төркиәгә – 0:3, Доминикан Республикаһына – 1:3, Германияға – 0:3 һәм Бразилияға 1:3 иҫәбенә отолдо. Һәм бер тапҡыр ғына Ҡытай спортсыларын еңде.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға