«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Юлдаш”та яңы миҙгелгә әҙерлек бара



10.06.2019 “Юлдаш”та яңы миҙгелгә әҙерлек бара

“Юлдаш” радиоһының сираттағы ижад миҙгеле аҙағына яҡынлашты. Тимәк, көҙҙән радиола яңы тапшы­рыуҙар, үҙгәрештәр көтөлә. Кис һайын тыңлаусыларҙы ҡыуандырған “Юлдаш”лы кис” тә яңы миҙгелдән башҡаса формат индерәсәк.

Айбулат Сәсәнбаев һәм Венер Фәйзуллин алып барған “Юлдаш”лы кис” – быйылғы миҙгелдә оҙайлы тәнәфестән һуң киске сәғәттә эфирға сыҡҡан тапшырыу. Йәштәр һәм йәш күңеллеләргә тәғәйен­ләнгән тапшырыуҙың маҡсаты – башҡорт телен пропагандалау, йәш аудиторияны туплау, киләсәк быуынға телебеҙҙең мираҫын еткереү, тыңлаусыларыбыҙҙың кистәрен дәртле йырҙар менән биҙәү, тип билдәләнгәйне. Йыл дауамында тырышып эшләгән егеттәр ҙә тап ошо проектта тәжрибә туп­ланы, тура эфирҙа эшләргә, халыҡ менән аралашырға өйрәнде. Сентябрҙән яңы көс һәм идеялар менән һуғарылған, төрлө яҡлап яңыртылған киске эфир булыуына өмөт бар.

Егеттәрҙең яңы миҙгелгә әҙерлә­гән яңылыҡтарҙың береһе менән әле үк интернетта танышырға була: ул – гитара көйөнә яҙылған мажаралы мөхәббәт тарихы. Бындай мажаралар яңы миҙгелдә күбәйер, ә уның сюжетын булдырыуҙа тыңлау­сыларҙың ҡатнашыуы мотлаҡ. Тыңлаусылар менән бәйле тағы бер шәп уйын әҙерләнә. Уның еңеүсеһе аҙна һайын аҡсалата бүләк аласаҡ. Тулы мәғлүмәтте көҙ “Юлдаш”лы кис”тә ишетерһегеҙ. Әйткәндәй, ул хәҙер киске сәғәт туғыҙҙан унға тиклем түгел, ә киске сәғәт 10-дан 12-гәсә планлаштырыла.

Яңы рубрикалар, яңы концепция менән донъя күрәсәк тапшырыу йәштәрҙең яратҡан радио-шоуына әйләнер, тигән ышаныстабыҙ. “Юлдаш” эфир киңлектәренә сыҡ­ҡанда тыуған балаларға киләһе йылда 20 йәш, тимәк, улар – беҙҙең тиңдәш. Тиңдәштәр, бергә була­йыҡ!





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға