«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Башҡортостан" дәүләт концерт залын Вилдан Яруллин етәкләйәсәк



07.06.2019 "Башҡортостан" дәүләт концерт залын Вилдан Яруллин етәкләйәсәк

6 июндә БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова "Башҡортостан" ДКЗ-һы коллективына яңы директорҙы - Вилдан Яруллинды күрһәтте.

Республиканың төп концерт майҙансығы етәксеһен һайлау буйынса конкурс йомғаҡтары буйынса Вилдан Хәлиҙәр улы еңеүсе тип табылған.

Әминә Ивний ҡыҙы яңы директорға эштә уңыштар теләне.

Вилдан Хәлиҙәр улы Яруллин 1968 йылдың 17 апрелендә Учалы районының Мулдаҡай ауылында тыуған. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. "Ҡарауан-һарай" студияһының художество етәксеһе, билдәле йырсы. Башҡортостандың атҡаҙанған (2001 йыл), халыҡ артисы (2018) исемдәрен алған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға