«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Салауат Юлаев» нығына



07.06.2019 «Салауат Юлаев» нығына

«Салауат Юлаев» хоккей командаһы менән СКА етәкселеге уйынсылар менән алмашҡан.

Беҙҙә уйнаған һөжүмсе Владимир Ткачевты Никита Сошниковҡа алмаштылар. Сошников быға тиклем НХЛ-дың «Сент-Луиз» клубында һаналып, улар өсөн бары биш кенә осрашыу уҙғара.

Шулай уҡ ЦСКА-нан Силәбе хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, һаҡсы Михаил Пашнин да беҙҙә уйнаясаҡ. 30 йәшлек хоккейсы үҙенең физик яҡтан ныҡлығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Ул шулай уҡ «Локомотив» клубында ла үҙен һынағайны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға