«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Валенсия» клубы стадионда көйәрмәнгә һәйкәл ҡуйған



06.06.2019 «Валенсия» клубы стадионда көйәрмәнгә һәйкәл ҡуйған

Ул һуҡырайһа ла матчтарға йөрөүен дауам иткән.

Испанияның “Валенсия” профессиональ футбол клубы шулай итеп үҙенең “Месталья” стадионында Висенте Апарисио исемле көйәрмәндең иҫтәлеген мәңгеләштергән.

Апарисио клубтың “өйҙә” уйнаған матчтарын ҡарарға яратҡан. 40 йыл элек 54 йәшендә һуҡырайһа ла, тоғро көйәрмән уйындарға йөрөгән. Күҙҙәре күрмәгән бабай улы менән килгән, уныһы майҙанда нимә барғанын һөйләгән.

Висенте мәрхүм булғас, ике йылдан һуң “Валенсия” үҙҙәренең иң тоғро көйәрмәнен онотмаған. Хәҙер үҙәк трибунаның 15-се рәтендәге 164-сы урында Висенте Апарисионың һыны ултырасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға