«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сармат вариҫтарын саҡыра



05.06.2019 Сармат вариҫтарын саҡыра

15 июндә Торатау итәгендә "Сармат вариҫтары" тип аталған этно-фольклор фестивале уҙғарыла. Был сара сармат халҡының боронғо һәм серле мәҙәниәте менән таныштырған фестиваль буласаҡ.

Байрамда тотош республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 5 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Фестиваль ҡунаҡтарының милли уйындарҙа, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, Эльбрус Ниғмәтуллиндың шоуын, һыбай йөрөү оҫталығы, атта сабып барған килеш уҡтан атыу буйынса турнирҙарҙы ҡарау мөмкинлеге бар. Ойоштороусылар балалар өсөн айырым конкурс-уйын программаһы әҙерләй.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға