«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Надежда Бабкина йырларға өйрәтә



05.06.2019 Надежда Бабкина йырларға өйрәтә

Башҡортотанда тәүге тапҡыр "Рәсәй йырҙары" Бөтә Рәсәй фестиваль-марофоны үтә. Ул 10 июнь көнө Благовещенск ҡалаһында башланып китеп, Бөрө, Бәләбәй, Салауат, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө, Белорет, Сибай, Учалы ҡалаларын урап сыға.

Концерттарҙа республика коллективтары Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина менән сығыш яһаясаҡ. Билдәле йырсы шулай уҡ 12 һәм 16 июндә, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында йырсыларға, махсус уҡыу йорттары студенттарына, ижади коллектив етәкселәренә оҫталыҡ дәрестәре бирә.
Беҙҙә "Рәсәй йырҙары" тәүге тапҡыр ғына ойошторолһа ла, ул ил күләмендә быйыл 12-се тапҡыр үтә. Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен популярлаштырыу, төбәктә йәшәүсе таланттарҙы берләштереү маҡсатында эшләгән фестиваль ун көн дауамында беҙҙең республикала сығыш яһай.
Концерттарҙа Надежда Бабкинанан тыш "Русская песня" Рәсәй дәүләт академия драма театры, "Живая планета" шоу-балеты, "После одиннадцати" фолк-төркөмө, "Славяни" ансамбле, Евгений Гор ҡатнаша. Үҙ сығыштарында Краснодар ҡалаһын - "Криница" казак йыры дәүләт ансамбле, Кемеровоны- Кузбасс дәүләт филармонияһының "Сибирский калейдоскоп" бейеү театры, Владикавказды - "Ритмы гор" ансамде, Саранск ҡалаһын - "Мерема" студияһы, Саха-Яҡутия республикаһын Альбина Дегтарева, Абакан ҡалаһын "Айланыс" фольклор ансамблдәре тәҡдим итәсәк. Фестивалдә Өфө ҡалаһының данын "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө яҡлай.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға