«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин дуҫы менән Мәскәү зоопаркына барасаҡ



05.06.2019 Владимир Путин дуҫы менән Мәскәү зоопаркына барасаҡ

Иртәгә Санкт-Петербургта иҡтисади форум асыла. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙ сәнәғәтен үҫтереү буйынса стратегик йүнәлештәр темаһына сығыш яһаясаҡ.

Ә бөгөн Рәсәйгә Ҡытай лидеры Си Цзиньпин килә. Ул, әлбиттә, форумда ғына ҡатнашыр өсөн килмәй, ә Президент Путин менән дә осрашасаҡ.

"Владимир Путин менән дуҫлығыбыҙ минең өсөн бик ҡиммәтле. Беҙ бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ һәм ихтирам итәбеҙ", - тигән Цзиньпин әфәнде. Баҡһаң, 2013 йылдан башлап ул беҙҙең ил башлығы менән 30 тапҡыр самаһы осрашҡан.

Был юлы улар Мәскәүҙәге бер зоопаркка барып, унда ике панда тапшырыу һәм шул йәнлектәр өсөн павильон асыу церемонияһында ҡатнашасаҡ. Беләһегеҙ, панда - Ҡытайҙың символы. Шуға ла был дуҫ дәүләт делегацияһы әлеге ваҡиғаны байрам кеүек ҡабул итә. Дуҫтарға байрам икән, беҙгә лә - байрам.

Әйткәндәй, иртәгә Путин менән Цзиньпин оҙаҡламай Тула өлкәһендә асыласаҡ Great Wall ҡытай автомобилдәре заводы продукцияһы өлгөләре менән дә танышырға тейеш.

Күҙ теймәһен дуҫлыҡҡа.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға