«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ситтән килеүселәр һабантуйҙа көрәшергә тейешме?



04.06.2019 Ситтән килеүселәр һабантуйҙа көрәшергә тейешме?

Ситтән килеүселәр һабантуйҙа көрәшергә тейешме?Республикала үткән һабан байрамдарында милли көрәш спорты ғәҙәттәгесә халыҡтың иғтибарын ныҡ йәлеп итә. Таһыллыҡ, йылғырлыҡ, көс һәм түҙемлек талап иткән ярышты балалар, өлкәндәр күҙәтергә ярата.

Уҙған ялдарҙа Саҡмағош районының Иҫке Бәшәр ауылында ла һабантуй үтте. Барыһы ла яҡшы үткән, тик кешеләргә көрәш ярышы оҡшамаған. Улар социаль селтәрҙәрҙә судьяның донъя чемпионы һәм уның менән бергә Өфөнән спортсы көрәшселәр килгән тип яҙған. Һөҙөмтәлә ҡунаҡтар барыһын да йығып һалған һәм приздарҙы - ҙур телевизор, саң һурҙырғыс, газон сапҡысы, хатта атты алып, Өфөгә ҡайтып киткәндәр. Пост авторы урындағы халыҡ бүләктәрҙән мәхрүм булды, иген сәскән ир-егеттәр бер нимәһеҙ тороп ҡалды тип әсенгән.

Был сетерекле хәлгә түбәндәге аңлатма бар. Ауыл биләмәһе башлығы Марсель Хәсәнов белдереүенсә, байрамда ысынлап та милли көрәш буйынса асыҡ турнир уҙғарылған. Уны ошо ауылдан сыҡҡан һәм әле Себерҙә йәшәгән Әхәт Ғарифуллин ойошторған һәм бағыусы булған.
Былтырғы һабантуйҙа көрәш ярышы ябыҡ формала үткән. Ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ғаризаларҙы аҙ биргән. Приздар дүрт ауырлыҡ категорияһында уйнатылған. Өсәүһендә бар теләүселәр ҡатнашһа, дүртенсеһе тик ауылдыҡылар өсөн тәғәйенләнгән. Унда ике генә кеше көрәшкән. Һөҙөмтәлә приздар артып ҡалған.

Быйылғы көрәш былтырғының хатаһын иҫәпкә алынып, асыҡ формала үткән. Бының турала район гәзитендә, интернетта иғландар баҫылған. Ситтәгеләр асыҡ формала көрәш үтә икәнен күргән һәм ярышҡа килгән дә инде. Билбаулы алышта ҡатнашҡандарҙың профессиональ спортсымы-юҡмы икәнен хакимиәт вәкилдәре аныҡ әйтә алмай. Ә бына ауылдағы көрәшселәр - ябай кешеләр.

Иптәштәр! Ошондай аңлашылмаусанлыҡтар ҡабатланмаһын өсөн нимә эшләргә? Ситтән килеп приздарҙы алһындармы? Әллә балаларҙы милли көрәш спортына ылыҡтырырғамы?

Фекерҙәр көтәбеҙ! Яҙығыҙ!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға