«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ИТ ЙӘРМИНКӘЛӘРЕ ДАУАМ ИТӘ



09.02.2011 ИТ ЙӘРМИНКӘЛӘРЕ ДАУАМ ИТӘ

Быға тиклем республика халҡы Өфөлә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә Яңы йыл байрамына тиклем генә ҡатнаша ала ине. Быйыл баш ҡала хакимиәте ҡағиҙәләрҙән саҡ ҡына тайпылырға ҡарар итте - үткән аҙна аҙағында тағы ла ит йәрминкәләре ойошторолдо. Сауҙа Өфөнөң дүрт майҙанында үтте, бөтәһе 459 һатыу итеү урыны теркәлде. Ит һатыу өсөн республиканың 20 районынан фермерҙар, шәхси эшҡыуарҙар һәм шәхси хужалыҡтар вәкилдәре йыйылды.
Әлбиттә, ҡулланыусылар араһында иң ҙур популярлыҡ менән файҙаланғаны - һыйыр ите. Уның хаҡы йәрминкәлә 180 - 240 һум тора ине. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бөтәһе 35 мең тонна һыйыр ите һатылған. Ат ите арзаныраҡ - килограмы 160 - 220 һум. ҡош ите лә күп кенә һатылды, тауыҡтың бер килоһын 90 һум тирәһенә алып була ине.
Хәҙер беҙҙе бер мәсьәлә ҡыҙыҡһындыра - был йәрминкәләр дауам итерме-юҡмы. ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ит йәрминкәләре артабан ойоштороласаҡ. Был аҙна аҙағында ла Өфө ҡалаһы халҡы ауылдан килтерелгән сифатлы ит алыу мөмкинлегенә эйә.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға