«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙең Һабантуйҙар - айыҡ! Бәхәс тамам



03.06.2019 Беҙҙең Һабантуйҙар - айыҡ! Бәхәс тамам

Башҡортостан хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һабантуйҙар осоро башланыуын хәбәр итте һәм беҙҙә уларҙы айыҡ итеп үткәреү хаҡындағы бәхәстәргә нөктә ҡуйырға ваҡыт икәнен белдерҙе.

Дөйөм алғанда, райондарҙа һабан байрамдары ойошҡанлы үткән. Кешеләр ҙә көр кәйеф менән сыҡҡан.

Был шәмбелә иһә 34 муниципалитетта һабантуй уҙа.

"Беҙҙә һабантуйҙарҙа эсергәме-юҡмы тигән дискуссия бара. Айыҡ байрам - беҙҙең ҡарар. Уны үтәйәсәкбеҙ. Күп халыҡ ҡатнашҡан сараларҙа хәүефһеҙлек маҡсатында, кеше яҡшы кәйефтә булһын өсөн эсмәҫкә кәрәк. Әгәр эскеһе килә икән, өйөнә ҡайта ла, эсә, күңел аса һәм йоҡларға ята. Бөттө. Шуға ла был бәхәстәрҙе тамамларға тип уйлайым", - тине Радий Хәбиров.

Йәмәғәт, Һабантуй байрамы үҙенең тарихи асылына ҡайтырға тейеш. Башҡорт халҡы байрамда эсеп иҫереп йөрөгәнме? Ҡымыҙ ҙа еткән. Ҡыҫҡаһы, республика етәкселеге дөрөҫ юлдан бара. Хуплайыҡ һәм шул юлға дәррәү барып баҫайыҡ.

Фотола: Радий Хәбиров Бөрйән һабантуйында.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға