«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фитыр саҙаҡаһын байрамға тиклем биреп ҡалығыҙ!



31.05.2019 Фитыр саҙаҡаһын байрамға тиклем биреп ҡалығыҙ!



Башҡортостан мосолмандары диниә назараты билдәләгән хаҡтар буйынса, беҙҙә фытыр саҙаҡаһын минималь түләү күләме быйыл һәр ғаилә ағзаһына 50 һум тәшкил итә (фәҡир мосолмандар өсөн). Хәлле кешеләр өсөн – кеше башынан 150 һумға тиклем. Байҙар өсөн – 300 һум. Һаулығы буйынса ураҙа тота алмағандарҙан фиҙиә тороп ҡалған һәр көн өсөн 180 һум (бер ай өсөн барлығы 5220 һум).
Саҙаҡаны байрамға тиклем бирмәһәгеҙ, ул ябай саҙаҡа һанала. Хәйерҙе етемдәргә, мохтаждарға, сирлеләргә бирергә мөмкин.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина әҙерләне
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға