«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » КХЛ бер клубҡа кәмене



02.06.2019 КХЛ бер клубҡа кәмене

Словакияның «Слован» командаһы киләһе миҙгелдән КХЛ беренселегендә ҡатнашмаясаҡ.

Клуб етәкселеге финанс ауырлыҡтарға һыл­танып, ошо хаҡта белдерҙе. Уҙған миҙгел Братислава хоккейсылары чемпионатта бары 33 мәрәй йыйып, һуңғы урын яулағайны. Улар үҙ иленең беренселегендә ҡатнашасаҡ.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға