«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эҫелә эш көнө ҡыҫҡара



31.05.2019 Эҫелә эш көнө ҡыҫҡара

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы эш биреүселәрҙе иҫкәртә: эҫелә офиста эш көнө ҡыҫҡарһа, һәйбәт булыр ине.

Был хеҙмәткә ҡағылышлы ҡануниәттә лә билдәләнгән. Йәғни, эш биреүсе яҡшы һәм уңайлы хеҙмәт шарттары булдырырға тейеш. Ә эҫе көндә, офиста кондиционер булмаһа, ул ниндәй уңайлы шарт инде?! Хеҙмәткәр эҫенән бәжеһенме, һөҙөмтәле эшләһенме?

Аллам һаҡлаһын, иҫе китеп йығылып та ятыуҙары бар. Шуға ла уйлағыҙ, йә эш көнөн ҡыҫҡартаһығыҙ йә кондиционер ҡуяһығыҙ.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға