«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бына шундай буласаҡ табип...



30.05.2019 Бына шундай буласаҡ табип...

Күҙ алдына килтерәһегеҙме: һеҙ дауаханаға ауыр хәлдә киләһегеҙ, ә һеҙҙең хәлегеҙ тураһында медицина хеҙмәткәре социаль селтәрҙә оятһыҙ һүҙҙәр яҙып, һеҙҙе мыҫҡыл итә, мәсхәрәләй, кәмһетә?

Быны күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын, хатта мөмкин түгел кеүек. Ләкин ундай мәғәнәһеҙ, тупһыҙ кешеләр ҙә бар.

Новосибирскиҙа билдәле бер хирург, ҡала дауаханаһының мөдире, медуниверситетта уҡыған 22 йәшлек ҡыҙының шундай оятһыҙ яҙмаларынан һуң эштән китергә мәжбүр булған. Ғәрлегенәнме, әллә көсләп мәжбүр иткәндәрме - уныһы әлегә билдәһеҙ. Ҡыҙы бит атаһының бүлексәһендә күргәндәрҙе бәйән иткән.

Бер кемде лә аямаған ул, мәҫәлән, артыҡ ауырлығы булған сирле ҡатынды "140 килограмлыҡ баҡа" тип атаған.

Дауаханала йән биргән кешеләрҙе лә йәлләп тормай, мыҫҡыл иткән. Әйтәйек, береһе тураһында "атайымдың бер нисә сәғәтен "бушҡа" әрәм иттерҙе" тип яҙған.

Нимәһе аптырата: ҡыҙға университетта шелтә генә яһағандар.

Ундайҙарҙы селек һепертке менән ҡыумай ни...



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға