«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кассирҙың ҡыҙҙарын да эҙләйҙәр



30.05.2019 Кассирҙың ҡыҙҙарын да эҙләйҙәр

Егерме миллион һумдан ашыу аҡса урлаған Луиза Хәйруллинаның ҡыҙҙарын эҙләү иғлан ителде.


12 йәшлек Регина һәм 8 йәшлек Миленаны рәсми рәүештә эҙләү иғлан ителде.
Фаразлауҙарынса, ҡатын был енәйәткә алдан әҙерләнгән. Мәктәптән балаларының документтарын алған, ғаилә автомобилен дә һатҡан.

Хәйруллиндарҙы нужа күргән тип әйтеп булмай. Ғаилә ҡуртымға алған фатирҙа йәшәгән, ҡала янындағы элиталы ҡасабала ике ҡатлы йорт төҙөгән, ике сит ил автомобилдәре булған. Әйткәндәй, ҡатындың ире ҡасандыр төрлө банктарҙа эшләгән.

Луиза Хәйруллина тотолған осраҡта, уға 10 йыл төрмә янай.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға