«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бандиттармы, коллекторҙармы?



29.05.2019 Бандиттармы, коллекторҙармы?

Ишембай ҡалаһынан ҡораллы бандаға ҡарата хөкөм сығарылды.


60 йәшлек ир һәм уның өс әшнәһе 2017 йылда уҡ ҡулға алынғайны. Уларға һөжүм итеү, аҡса талап итеү һәм машина ҡыуып алып китеү статьялары буйынса енәйәт эше асылғайны.

Банда Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалалары эшҡыуарҙарынан һәм башҡа граждандарҙан аҡса талап иткән. Баш тартыусыларҙы туҡмаған, уларға ҡорал менән атҡан. Шулай уҡ бер риелторға һөжүм иткәндәр һәм уның ҡиммәтле машинаһын тартып алғандар.

Енәйәтселәр үҙ ғәйебен танырға теләмәй, ә ни бары “коллектор” булараҡ ҡайһы бер кешеләрҙең файҙаһы өсөн башбаштаҡлыҡ менән ҡыландыҡ, тиҙәр. Шулай ҙа, тикшереүселәр енәйәттәрҙе иҫбатлай һәм присяжныйҙар коллегияһы хөкөмөнә сығара. Присяжныйҙар вердиктынан сығып, суд та үҙ ҡарарын ҡабул итәсәк.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға