«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө халҡын колготки һәм юбка кейгән егет аптыратты...



29.05.2019 Өфө халҡын колготки һәм юбка кейгән егет аптыратты...

Уны фотоға ла, видеоға ла төшөрөп өлгөргәндәр.

Бер егеттең ҡала буйлап ҡатын-ҡыҙҙар кейемендә йөрөп ятыуы шунда уҡ социаль селтәрҙәрҙә киң таралды. Видеоның авторы әйтеүенсә, сәйер кеше “Матбуғат йорто” туҡталышы тирәһендә осраған.

“Тәүҙә уны ҡыҙ икән тип уйланым, яҡшылап ҡарағандан һуң, егет булыуын аңлап аптыраным”, — тип яҙа ул.

Егет кешенең бындай образда саф һауа һулап йөрөүе күптәргә ҡыҙыҡ тойолдо. Күрәһең, ул кәрт уйнап отторған йәки бәхәстә еңелгән, тип йөрөтә ҡайһы берәүҙәр.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға