«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путинға орден тағылды



29.05.2019 Владимир Путинға орден тағылды

Бөгөн Рәсәй Президенты Ҡаҙағстанда. Бында Евразия иҡтисади берлегенең юғары советы ултырышы үтә. Ул ойошманың биш йыллығына арнала.

Владимир Путин күрше дәүләткә кисә үк килде. Етәксе Нурсолтан Назарбаев менән осрашыр өсөн махсус алдан юлға сыҡҡайны.

Беләһегеҙ, Назарбаев оҙаҡ йылдар Ҡаҙағстанды етәкләне. Ул хаҡлы рәүештә ялға киткәс тә, баш ҡаланы Нурсолтан тип үҙгәрттеләр.

Осрашыуҙа Ҡаҙағстандың элекке Президенты Владимир Путинға ЕАЭС-ты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.

Әйткәндәй, Нурсолтан Назарбаев ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өлгөлө тип баһаланы. Ул шулай уҡ Владимир Путинға Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә һәм тәрәнәйтеүгә айырым өлөш индергәне өсөн “Ҡаҙағстан Республикаһының беренсе Президенты – милләт лидеры Нурсолтан Назарбаев” орденын тапшырҙы.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға