«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн Өфөлә бик аяныслы юл фажиғәһе булды



28.05.2019 Бөгөн Өфөлә бик аяныслы юл фажиғәһе булды

Иртәнге сәғәт 9 тирәһендә Октябрь проспектынан Бессонов урамына ("Мир" сауҙа үҙәге яны) боролған урында "Ниссан Х-трейл" машинаһына идара иткән 33 йәшлек ҡатын велосипедҡа ултырып, юл аша сыҡҡан малайҙы тапатҡан.

"Ниссан" светофорҙың тыйыу утына хәрәкәт иткән. Малай - Ф.Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы шунда уҡ йән биргән.

Ата-әсәләр! Ҡала хәрәкәте бик көслө. Шуға күрә лә балаларығыҙға юл аша үтеү, велосипедҡа идара итеү ҡағиҙәләрен ентеклерәк аңлатығыҙ. Юл аша сыҡҡанда велосипедтан төшөргә кәрәклеген еткерегеҙ. Баштарына велошлем алып кейҙерегеҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Видеонан скриншот
Видео: gtrk.tv


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға