«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тамара Ғәниева - халыҡ шағиры!



28.05.2019 Тамара Ғәниева - халыҡ шағиры!

Бөгөн билдәле шағирә Тамара Ғәниева Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡулынан лайыҡлы ҙур баһа алды. Шағирәбеҙ - Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Тамара Ғәниева - халыҡ исемен алыусы 17-се шағир. Шағирә генә түгел, драматург та, журналист та, тәржемәсе лә ул. Маҡтаулы исемдәре лә байтаҡ. Бер нисәүһен генә лә һанағанда, Тамара Ғәниева - БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов, Фатих Кәрим, Баязит Бикбай исемендәге премиялар, Мәхмү Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы, "Словес связующая нить" бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға