«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хуш, роуминг!



27.05.2019 Хуш, роуминг!

РФ Премьер-министры Дмитрий Медведев мобиль селтәрҙә роумингты бөтөрөү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Йәғни, илдең ҡайһы төбәгендә булһағыҙ ҙа тарифтар шул уҡ ҡала, шылтыратыу ҡабул итеүе бушлай буласаҡ. Үҙегеҙҙең шылтыратыуҙар ҙа өҫтәмә сығым талап итмәйәсәк. СМС алыу - буш, яҙыу арзан. Симка алмаштырып, йә элемтә өсөн ат хаҡы түләп йонсомаясаҡһығыҙ.

Ә киләсәктә Рәсәйҙә генә түгел, ә Евразия иҡтисади берлеге биләмәһендә лә бөтөрөргә итәләр ул роумингты.

РФ Дәүләт Думаһында ла бындай үҙгәрештәргә ыңғай ҡарайҙар. Ысынында иһә роумингтан баш тартыу тураһында Закон һәм Президент бойороғо былтыр уҡ сыҡҡайны. Тик беҙҙә уйларға ваҡыт күп кәрәк шул. Әле яңы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инергә йөрөй. Яңы тигәнем, 1 июндән.

Монополияға ҡаршы хеҙмәт бик ҡаты күҙәтеп барасаҡ. Тимәк, роуминг ысынлап та иҫкелек ҡалдығы булып ҡалыуы бар.

Әйткәндәй, элемтә өсөн хаҡ арта. Яҡынса туғыҙ һум тирәһенә. Үрҙә һөйләгән яңылыҡтың уға ҡыҫылышы юҡ, имеш.
Хуш, роуминг!..





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға