«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ифтарға бер юлы 15 мең кеше!



27.05.2019 Ифтарға бер юлы 15 мең кеше!



Татарстанда ил буйынса яңы рекорд ҡуйылған – Республика ифтарына 15 мең кеше ауыҙ асырға йыйылған.


Сара “Ҡазан – Арена” стадионында уҙған. Уны Татарстандың Диниә назараты, “Ҡазан – Арена” акционерлыҡ йәмғиәте һәм РФ Мосолман эшҡыуарҙары ассоциацияһы ойошторған.

Ифтар ашы өсөн 1,5 тонна ит, 1,3 тонна дөгө, 1,5 тонна йәшлесә, 3 тонна емеш-еләк, 1,5 тонна кипкән емеш, 600 килограмм ҡаҙылыҡ, 15 мең тонна сәк-сәк, 1 тонна печенье киткән. Бынан тыш, һыу һәм башҡа эсемлектәр һатып алынған. Бер кешелек порция 500 һумлыҡ булған.

Ифтарҙа Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов та Искәндәр улы менән ҡатнашҡан.

Бындай ауыҙ асыу мәжлесе Ҡазанда етенсе тапҡыр уҙғарылды.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: dumrt.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға