«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Лаура Дальмайер китте



25.05.2019 Лаура Дальмайер китте

Донъя биатлонының билдәле спортсыһы, Германия һылыуы Лаура Дальмайер яратҡан шөғөлөнән китергә булды.

25 йәшлек биатлонсы үҙ карьераһында ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы булып, бер тапҡыр «бронза» яулай. Шулай уҡ ете тапҡыр донъя беренселеге еңеүсеһе лә була. 2016/17 йыл миҙгелендә Донъя кубогын да баш осона күтәрә. Уҙған миҙгелдә 554 мәрәй йыйып, дөйөм 12-се урынға сыға.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға