«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!



24.05.2019 Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!

Бөгөн йома, тимәк, Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы үҙҙәренең даими рейдына сыға.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары бөгөн юлда осраған автомобилистарҙың барыһын да тикшерергә тырышасаҡ. Әлеге лә баяғы эскән килеш рулгә ултырғандарҙы асыҡлау маҡсатында. Сөнки закондарҙың ҡатылығына ҡарамаҫтан, һаманғаса "рус рулеткаһын" уйнаусылар табыла. Ярай ҙа үҙҙәренең генә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйһа, улар бит башҡаларға ла ҡурҡыныс менән янай. Иҫеректәрҙең машинала елдереп йөрөүен күҙ алдына килтерһәң, үҙеңдән бигерәк балалар өсөн йөрәк ҡалтырап китә. Ә иҫерек водителдәрҙе дәүләт инспекторҙары көн дә тотоп тора. Тәртипкә ултырмаусылар ҙа араларында байтаҡ.

Мәҫәлән, Учалы район суды 21 май көнө 26 йәшлек водителгә ҡарар сығарып, уны 5 ай ҙа 15 көнгә иркенән мәхрүм итеп, транспорт менән идара итеүҙән 3 йылға тыйҙы. Ул алдан да эскән килеш машина йөрөткәндә тотолоп, мәжбүри эштәргә хөкөм ителгән булған, ләкин егет һабаҡ алмай, тағы енәйәти хатаһын ҡабатлаған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға