«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һауаға шарҙар осорорға ярамай



24.05.2019 Һауаға шарҙар осорорға ярамай


Беҙҙә бер байрам да шарҙарһыҙ үтмәй. Айырыуса «Һуңғы ҡыңғырау» тантаналарында, балалар баҡсаларындағы сығарылыш кисәләрендә балалар теләк теләп, күккә һауа шарын осора. Эсенә еңел газ тултыртылған был резина нәмәнең тиҙ генә бейеккә күтәрелгәнен ҡарап, уны күҙҙән юғалтҡансы ҡарап тороу тороу - ҡыҙыҡ күренеш, әлбиттә.
Әммә шарҙар ебәреп, тәбиғәткә зыян килтергәнебеҙҙе аңламайбыҙ.
Өфө ҡалаһы хакимиәте халыҡҡа янып тороусы шарҙар һәм фонарҙәр осороуҙы тыйып мөрәжәғәт итте. Экологтар , был әйберҙәр- иң ағыулы ҡалдыҡ һанала, тип иҫәпләй.
Байрам атрибутикаһын етештереүселәрҙе тыймағанда, иҫкәртеүҙәргә генә халыҡ ҡолаҡ һалмай шул.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға