«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә ошолай һауа торошо. Төндән ямғыр яуа, йонсоу.



24.05.2019 Өфөлә ошолай һауа торошо. Төндән ямғыр яуа, йонсоу.

Ә бына Баймаҡ ҡалаһында салт аяҙ, ғәҙәттәгесә ел бар тип хәбәр иттеләр.

Әйткәндәй, был ялдарҙа бер аҙ йылытасаҡ, тип хәбәр итте синоптиктар. Йәкшәмбелә +23 градус йылы төшәсәк. Ләкин һаҡ булығыҙ: төндә, таңға ҡарай -3 градусҡа тиклем һалҡын тороп, ҡырау булыуы ихтимал.

Бөгөн, 24 майҙа иртәнсәк һәм көндөҙ ямғыр яуасаҡ, айырым райондарҙа боҙ борсағы ҡатыш йәшенле ямғыр көтөлә.

Иртәгә, 25 майҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ 11-19 градус йылы, көньяҡҡа ҡарай 23 градусҡаса йылытасаҡ.

26 майҙа ла аяҙ торасаҡ.






Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға