«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң шәп йәш һөнәрмәндәр ярышы башланды



23.05.2019 Иң шәп йәш һөнәрмәндәр ярышы башланды

Ҡазанда Ворлдскиллс милли чемпионаты бара. Рәсәйҙең профоҫталыҡ чемпионаты етенсе тапҡыр ойошторолдо, быйыл финалда 92 һөнәр буйынса мең ярым конкурсант ҡатнаша.

Бында ил буйлап иң яҡшы уҡығандар ғына йыйылған. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһынан Евгений Копанев ярты йыл мөһим һынауға әҙерләнгән. Ул "Хеҙмәтте һаҡлау" компетенцияһы буйынса республика исеменән сығыш яһаясаҡ.

Башҡортостандан барлығы 64 йәш һөнәрмән ҡатнаша, улар мода технологияһы, ташты эшкәртеү, веб дизайн, иретеп - йәбештереү технологияһы, түшәм ябыу кеүек 22 компетенцияла көс һынашасаҡ.

Чемпионат еңеүселәре илдең милли йыйылма командаһына инеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ һәм донъя беренселегендә ҡатнашасаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға