«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был һалдат кемдең туғаны икән?



23.05.2019 Был һалдат кемдең туғаны икән?

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың һөйәктәре яу үткән ерҙәрҙә һаман да табыла, уларҙың шәхестәре асыҡлана.
Башҡортостан эҙәрмәндәре яҙғы экспедицияла Ленинград өлкәһендә һөйәге ҡалдыҡтары табылған Хәбилов Ш. Ш. ( документта Хобилов Ш.Ш. тип яҙылған) исемле һалдаттың туғандарын эҙләй. Яҡындары ДНК экспертиза үткәреү өсөн кәрәк. Ул 310-сы уҡсылар дивизияһының 1082- се полкында кесе политрук булып хеҙмәт иткән . Өфө районынан һуғышҡа алынған. 1942 йылдың 22 авгусында яугир һәләк булған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға