«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Диктант яҙҙыҡ. Ә "оценкалары" ҡайҙа?



23.05.2019 Диктант яҙҙыҡ. Ә "оценкалары" ҡайҙа?

Үткән аҙнаның шәмбеһендә, йәғни 18 майҙа бар донъяла шаулап-гөрләп ҙур сара - “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” белем биреү акцияһы
үтте.

Телебеҙҙе яратыусы, уны ихтирам итеүсе, белеүсе һәр кеше өсөн был көн, ысынлап та, матур байрам булды.

Башҡорт дәүләт университеты нигеҙ һалған был сара быйыл 5-се тапҡырға ойошторолоп, республикабыҙ башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡарары менән халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде. Радий Фәрит улы үҙе лә акцияға ҡушылды һәм БДУ-ға килеп, диктант яҙҙы.

Яҙма эште кем нисәгә яҙғанын ошо һылтанма буйынса үтеп ҡарай ала:
http://bashkdictant.ru/%d1%80%d0%b5%d0%b7%d1%83%d0%bb%d1%8c%d1%82%d0%b0%d1%82%d1%8b/

Социаль селтәрҙәр хэштегы:
#башдиктант2019





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Юлай КӘРИМОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға