«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » " Һуңғы ҡыңғырау" байрамы көндәрендә лә һыра һатҡандар



23.05.2019 " Һуңғы ҡыңғырау" байрамы көндәрендә лә һыра һатҡандар

Бөгөн күп мәктәптә һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтә. Ошо көндәрҙә магазиндарҙа алкоголле эсемлектәр һатыу тыйылды. Әммә бөгөн был иҫкәртеүҙе үтәмәгән райондар асыҡланды. «Ҡоро закон» ды Ауырғазы, Әлшәй, Өфө, Федоровка, Шаран, Әбйәлил райондары үтәмәгән. Туғыҙ райондың 21 кибетендә һыра, араҡы һатылған.
Алкоголь продукцияһын һатыу ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы» РФ кодексына ярашлы, физик шәхестәргә - 10 мең, юридик шәхестәргә 100 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға