«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төбәктә инвестиция порталы сафҡа инде



23.05.2019 Төбәктә инвестиция порталы сафҡа инде

Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам иткән барлыҡ институт һәм фондтарҙы берләштергән инвестиция порталы барлыҡҡа килде. Бөгөн Радий Хәбировты уның менән таныштырҙылар.


Сайт ике бүлектән тора – инвесторлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ өсөн. Республика инвесторҙарына ниндәй льготалар, ярҙам саралары, буш ер участкалары, улар ниндәй маҡсатта файҙаланылырға тейеш һәм башҡа мәғлүмәт күрһәтелгән.

Үҙ эшен асырға теләүсе эшҡыуар өсөн ниндәй документтар кәрәклеге, һалым инспекцияһында теркәлеү кеүек консультацияларҙы онлайн-режимда аласаҡ. Шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн субсидиялар, кредиттар, дәүләт ярҙамы тураһында белергә була.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға