«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дю Солейҙы күргегеҙ килһә...



22.05.2019 Дю Солейҙы күргегеҙ килһә...

Теүәл ете айҙан улар беҙҙә буласаҡ.

Канаданың Дю Солей циркы Рәсәй буйлап ун йыл гастролдә йөрөй. Һәм тәүгә Өфөгә лә килергә ниәтләгәндәр. "Өфө-Арена"ла үтәсәк CRYSTAL шоу 25 - 29 декабргә күҙалланған. Аңлауығыҙса, тамаша боҙҙа буласаҡ. Унда донъяның 11 иленән йыйылған фигуристар, экстремаль конькисылар, акробаттар, музыканттар труппаһы сығыш яһай. Араларында чемпиондар ҙа бар, ти. Ҡыҫҡаһы, туйғансы цирк, фигуралы шыуыу ҡарап ҡайтаһығыҙ инде.

Билет хаҡы нисауа ғына: Цирк дю Солей циркы ( www.cds.ru), «Өфө-Арена» сайтында 1600 һумдан 8000 һумғаса.

Улар шулай уҡ Мәскәүҙә, Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбургта тамаша ҡора.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға