«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бабичҡа һәйкәлде шунда күрәм...



22.05.2019 Бабичҡа һәйкәлде шунда күрәм...

Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡайҙа торорға тейеш? Ҡайҙа булһа ла торһон ул, тине бер милләттәшем. Һәр хәлдә, минеңсә, Бабич тиклем Бабич һәйкәле теләһә ҡайҙа торорға тейеш түгелдер.

Ә ниңә шундай һорау ҡалҡты һуң әле? Әле апрель аҙағында ғына, Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл “Башҡортостан” дәүләт концерт залы янында ҡуйыла, тип телевизорҙан да, интернеттан да таратҡайнылар. Ул да булмай, һайланған урынын алмаштыра һалып, Телеүҙәктә торасағын анонсланылар. Хәҙер, баҡһаң, бәхәс тә ҡубып тора. Төрлө кешенең төрлөсә фекерен байҡай торғас, үҙемдә лә бер фекер тыуҙы.
Бабич Ағиҙел ярында торһа, ә? Әле тап йылғабыҙ яры буйы төҙөкләндерелә. Ниңә шундағы бер ерҙе Бабич өсөн әҙерләмәҫкә? Күпме йылдар көткәнде, яр эшләнеп бөткәнсе генә көтә алмайбыҙмы ни? Бишенсе ҡоролтайҙа һәйкәлде асмай торһаҡ та, унда һөйләшәһе һүҙҙәр күп, ваҡыт ҡыҫынҡы. 100 йыллыҡта һәйкәл асылырға тейеш, тиһәк, көҙөн Республика көнө лә бар.
Минеңсә, Ағиҙелдең Дуҫлыҡ монументы яғында ла уңайлы урын табырға була. Ҡунаҡтар, туристар гел бер яҡта ғына йөрөмәһен.
Бабичҡа Ағиҙелдең уң яры (аэропорттан килгәндә) килешер ине ул. Күперҙән аҫта, тиһәгеҙ, постаментты бейегерәк эшләргә мөмкин.
Шағирҙың һыны алыҫтан күренер ине. Халыҡ бер юлы Бабичты ла, Ағиҙелде лә, Монументты ла күреп китер, күперҙе лә байҡар. Яр буйы буйлап Салауат яғына ла сығырға була.
Бабич, баҡһаң, Ағиҙелдең буйында йөрөгәнем юҡ ине, тип мандолина ҡылдарын йүнәтә-йүнәтә сиртер булған (арҡадаштары хәтерләүенсә, шундай яҙма таптым интернеттан). Экскурсоводтар туристарға уның “Тулҡын” йәштәр ойошмаһының башланғысында тороуын да һөйләр ине. Ағиҙел дә тулҡынланып ята...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com. Автор коллажы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға