«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иртәгә иҫкәртеүсе сиреналар яңғыраясаҡ



22.05.2019 Иртәгә иҫкәртеүсе сиреналар яңғыраясаҡ

23 майҙа Башҡортостан Республикаһы граждандар оборонаһының автоматлаштырылған төбәк иҫкәртеү системаһын пландан тыш комплекслы тикшереү үткәрелә. Сара барышында “Рәсәй-1”, “Беренсе канал”, “БЮТ”, Спутник ФМ”, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радио- һәм телеканалдары аша республика биләмәһендәге барлыҡ электр сиреналары һәм белдереүҙәр тапшырыласаҡ. Иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем республика буйынса өс минут дауамында сиреналар яңғыраясаҡ.
Халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында иҫкәртеү – мөһим хәүефһеҙлек сараһы. Ул граждандарҙы ниндәй ҙә булһа фажиғә йәки төрлө шарттар йоғонтоһонда тыуған һәләкәттәр эҙемтәһенән һаҡлау мөмкинлеген бирә.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина әҙерләне
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға