«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 35 мең һумға еткән



22.05.2019 Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 35 мең һумға еткән

.. тип хәбәр итә республиканың Хеҙмәт министрлығы. Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы быйыл март айында 34 996 һум тәшкил иткән.

Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 9 355 һумға тиң.

2019 йылдың I кварталында эшсе көсөн һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда иҡтисади әүҙем халыҡ һаны 1,894 миллион кешенән ашҡан.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға