«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һабантуйҙар ҡайҙа, ҡасан?



21.05.2019 Һабантуйҙар ҡайҙа, ҡасан?



Республикала 2019 йылға һабантуйҙар графигы раҫланды.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылда республика ҡалаларында һәм райондарында «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, тәүге һабан байрамы 25 майҙа Стәрлетамаҡ районында ойошторола.

Артабан һабантуйҙар:

— 1 июндә Архангел, Баҡалы, Бөрө, Благовещен, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө һәм Хәйбулла райондарында;

— 8 июндә — Әлшәй, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Балтас, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондарында, Күмертау ҡалаһында;

— 9 июндә — Благовар районында;

— 12 июндә — Өфө ҡалаһында;

— 15 июндә — Бәләбәй, Дыуан, Краснокама, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә райондарында;

— 22 июндә — Әбйәлил районында;

— 29 июндә — Ишембай районында уҙғарыла.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина әҙерләне
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға