«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҙғы сәсеү тамамланып килә, эште ямғырҙар тотҡарлай



21.05.2019 Яҙғы сәсеү тамамланып килә, эште ямғырҙар тотҡарлай

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, ярауайҙарҙы сәсеү 81 процент майҙанда үтәлгән. Бер нисә район эште тамамлаған.

Әле ҡарайбойҙай сәселмәгән - был культура тупраҡтың тулыһынса йылынып бөтөүен талап итә. Ведомствола белдереүҙәренсә, ҡулайлы һауа шарттарында төбәк буйлап яҙғы сәсеүҙе бер аҙна эсендә тамамлауға өмөт ҙур, тик ямғырҙар ҡамасаулай.

Шәкәр сөгөлдөрө ултыртыу ҙа тамамланыуға бара. Ул 20 районда 43,4 мең гектарҙа сәселгән - был иһә пландың 92 проценты. Һигеҙ районда эштәр тулыһынса үтәлгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға