«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйөнсө! Кисә юғалған малайҙы тапҡандар!



21.05.2019 Һөйөнсө! Кисә юғалған малайҙы тапҡандар!

Кисә Өфөлә "Йәшел сауҡалыҡ" биҫтәһендә Петр Борисов исемле 10 йәшлек малай юғалған ине. Ул мәҡтәптән төштән һуң, сәғәт 5-тәр тирәһендә сығып киткән һәм өйөнә ҡайтмаған. Ата-әсәһе саң ҡаҡҡан, ирекмәндәр һәм биҫтә халҡы эҙләүгә ҡушылған.

Баланы төн уртаһында "Йәшел сауҡалыҡ" санаторийының бер бинаһында табып алғандар. Петр иҫән-һау.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға