«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәшғүллек үҙәге аша эш тә, садик та



20.05.2019 Мәшғүллек үҙәге аша эш тә, садик та

Был яғына мәшғүллек үҙәге эш менән тәьмин итеүҙән тыш, эшһеҙҙәргә шәхси проблемаларын да хәл итергә ярҙам итәсәк. Хеҙмәт карьераһын төҙөргә, һөнәрҙе алмаштырырға, квалификация үтергә, хатта илдең бер төбәгенән икенсеһенә күсергә ярҙам итәсәк. Ундағы тормош шарттары менән танышыу, ҡуртымға торлаҡ табыу ҙа консультанттар иңендә буласаҡ.


Мәшғүллек үҙәге консультанттары эшкә урынлашыу өсөн балалар баҡсаһында урын йәки эш урынының өйгә яҡын булыуы кеүек проблемаларҙы хәл итәсәк. Быларҙың барыһын да дистанцион рәүештә алып буласаҡ. Төп онлайн – ресурс — “Работа в России" Бөтә Рәсәй вакансиялар базаһы. Мәшғүллек хеҙмәтен заманса кадрҙар үҙәге итеп үҙгәртәсәктәр.

Эш табыуҙа үтә мохтаж булған айырым категория кешеләре менән (инвалидтар, йәштәр, төрмәнән сыҡҡандар, ололар) өҫтәмә алымдар уйлап табыласаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға