«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ни эшләп ошоға ҡала хужаларының ҡулы етмәй?



20.05.2019 Ни эшләп ошоға ҡала хужаларының ҡулы етмәй?

Ни эшләп ошоға ҡала хужаларының ҡулы етмәй?

Тап ошондай һорау менән Өфө ҡалаһының "Южный" микрорайонында йәшәүселәр мөрәжәғәт итә.

Сетерекле һорау менән баштарын ватмаҫтар ҙа ине, бәлки, әгәр ҙә ҡала уртаһындағы гараждарҙы алып бәргәс, яуаплы ойошмалар арттарынан сүп-сарҙы йыйһалар, соҡор-саҡырҙы ябып-күмһәләр. Мөбәрәков урамының 4 һәм 6 йорттары араһындағы сүплек ояһы мәктәп, балалар баҡсаһы янында ғына, ә әгәр ҙә уйнап онотолоп киткән берәй бала соҡорға төшөп имгәнһә?

Ғөмүмән, алып ташланған гараждар урынын кем йыйыштырырға бурыслы? Сүплек ҡала урамының ҡобараһын бер ай буйына осороп ята, ҡасан йыйыштырырға уйлайҙар икән?





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға