«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Районда төндә ҡырау төшкән



18.05.2019 Районда төндә ҡырау төшкән

Районда төндә ҡырау төшкәнБулмаҫ инде баллы алмалар ҙа,
Уңмаҫтар ишелеп муйылдар.
Шаурап сәскә атҡан мәлдә генә,
Ҡырау төштө тағын, быйыл да.

Нисәмә көн яуған ҡара болот,
Юҡҡа сыҡҡан бер төн эсендә.
Ҡарайым да муйыл сәскәһенә
Әрнеү уты яна эсемдә.

Ғүмерҙәре ҡыҫҡа былай ҙа бит,
Яҙ көндәре атҡан сәскәнең.
Ниңә генә инде, ниңә генә
Йылы яҡтан елдәр иҫмәне!?

тип шиғыр яҙа ла һалған Баймаҡ районының Ишей ауылында йәшәгән Хәлиҙә апай. Районда төндә ҡырау төшкән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға