«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Артем Гордеев хоккейҙан китте



20.05.2019 Артем Гордеев хоккейҙан китте

Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Һуңғы йылдарҙа Нефтекаманың «Торос» клубы өсөн сығыш яһаған Артем Гордеев шөғөлөнә нөктә ҡуйырға булды.

30 йәшлек һө­жүмсе үҙ карьера­һында «Толпар», «Салауат Юлаев», «Спартак» һәм «То­рос» командаларында уйнаны. Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында донъя чемпионатының бронза миҙал призеры булды. «Салауат Юлаев» составында Рәсәй беренселеге еңеүсеһе һәм «Торос» клубы менән өс тапҡыр Братина, хәҙерге Петров кубогын яуланы.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға