«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡаймаҡ тәҡдим иткән өсөн – миллион һум



17.05.2019 Ҡаймаҡ тәҡдим иткән өсөн – миллион һум

“Бәләбәй һөт комбинаты” ҙур күләмдә штраф түләйәсәк.

Быйыл февраль айында Баҡалы район үҙәгендә комбинаттың йөк машинаһын автоинспектор туҡтата һәм автомобилгә кәрәгенән күпкә артыҡ һөт тейәгәндәрен асыҡлай. Был ҡағиҙәне боҙған өсөн 100-150 мең һум штраф түләргә кәрәк булыр ине. Протокол төҙөмәһендәр өсөн ойошманың автотранспорт бүлеге етәксеһе инспекторға ай һайын һөт продукцияһы алырға тәҡдим итә. Әммә был тәҡдим ГИБДД етәкселегенә оҡшамай. Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, суд предприятиенан 1 миллион һум штраф түләтергә, тигән ҡарар сығара.

Әлегә суд ҡарары үҙ көсөнә инмәгән.





Автор: Дәүләт Бәков
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға