«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Букмекер контораһын кем контролләй?



16.05.2019 Букмекер контораһын кем контролләй?

Рәсәйҙә букмекер контораларына ҡарата талаптар ҡатыланасаҡ, унда уйын автоматтарын ҡулланыу тыйыла. Контора ҡоролмалары иҫәп алып барыу, ставкаларҙы эшкәртеү, һөҙөмтәләрҙе теркәү, отҡан аҡсаны иҫәпләү өсөн генә булырға тейеш.



Документта букмекер контораһында йәки тотализаторҙа ставка яһарға рөхсәт ителгән саралар исемлеге теүәл бирелгән. Исемлеккә спорт ярыштары, ат сабышы, тура эфирҙа барған тамаша йәки күңел асыу сараһы, һайлау һәм референдум һөҙөмтәләре индерелгән.

Ҡомарлы уйын ойоштороусы үҙе теләгән сараны һайлау мөмкинлегенә эйә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға