«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республика Артур Әхмәтханов менән бәхилләште



16.05.2019 Республика Артур Әхмәтханов менән бәхилләште

Бөгөн Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһында дәүләт эшмәкәре һәм эске хеҙмәт ветераны, полиция генерал-лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов менән хушлаштылар.

Гражданлыҡ панихидаһында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, әле Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре, билдәле кешеләр ҡатнашты. Мәрхүмде бик ҙурлап, табутын орудие лафетына һалып һуңғы төйәгенә - мосолман зыяратына оҙаттылар.

Артур Әхмәтханов 2018 йылдың 22 октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры булып эшләне. Уға тиклем хоҡуҡ һаҡлау органдарында вазифалар биләгән, республика ЮХХДИ-һы менән дә идара итте. Ҡаты ауырыуҙан мандый алмай 57 йәшендә мәрхүм булды.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға