«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Көмөш Аҡбуҙат" килә



13.05.2019 "Көмөш Аҡбуҙат" килә

24-27 августа баш ҡалабыҙ Өфөлә IV "Көмөш Аҡбуҙат" халыҡ-ара кинофестивале ойошторола. Быйыл ул үҙенең форматын киңәйтеп, яңы йүнәлеш ала. Кинофестивалдең конкурс программаһында ике номинация буйынса фильмдар күрһәтеү ҡаралған: социаль һәм мотивация киноһы, милли һәм этник кино.

Конкурстан тыш программа сиктәрендә һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән башҡорт, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең уйын һәм документаль фильмдары, шулай уҡ башҡорт киноһына нигеҙ һалған Әмир Абдразаҡовтың эштәре күрһәтелә. Фестиваль сиктәрендә түңәрәк өҫтәл, кино сәнғәтенең күренекле эшмәкәрҙәре менән ижади осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, мәҙәни-күңел асыу программалары, кино ҡорамалдары күргәҙмәһе ойоштороу күҙаллана.

Кинофестивалде Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Мәҙәниәт министрлығы, Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы һәм Өфө хакимиәте менән берлектә ойоштора. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы һәм фильмдарҙы 2019 йылдың 15 июненә тиклем тапшырырға кәрәк. Ғариза формаһы һәм ҡатнашыу шарттары кинофестивалдең рәсми сайтында баҫылған.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға