«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл аша сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!



30.04.2019 Юл аша сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!

Бөгөн көндөҙ, дүрт тула тигәндә, Учалы ҡалаһының Ленин урамында йәйәүлеләр үткәүелендә ("Евразия” гипермаркеты ҡырында) “ВАЗ” машинаһы 9 йәшлек малайҙы төрттөрҙө.

Унынсы һанлы мәктәптә белем алыусы бала үҙенең һеңлеһе менән юлды аша сығып барған. Малай әлеге ваҡытта дауаханала, травматология бүлегендә. Юл-транспорт ваҡиғаһының шарттары ентекле тикшерелә. Билдәле булыуынса, водителдең машина йөрөтөүгә хоҡуғы сикләнгән булған.

Юлда йөрөгәндә иғтибарлы булығыҙ, зинһар! Хатта үткәүел аша сыҡҡанда ла, ян-яҡҡа ҡарау артыҡ булмаҫ.





Автор: Баныу Ҡаһарманова.
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға